...
===================
Уфа, 10 - 11 апреля 2026.Встреча выпускников 1966 года Баишевской средней школы Зианчуринского района.Сидят: Кульмухаметова ( Рахмасова) Земфира Габбасовна- акушерка Исянгуловской ЦРБ, Куланчин Гайнетдин Сайфиевич - инженер - строитель по газо - нефтепроводам(Нефтеюганск), гостеприимная хозяйка квартиры Гульсира Агзамовна- врач - бактериолог ( Нефтеюганск). Стоят: Стаценко Борис Иванович- врач-невролог РКБ им. Куватова, Насырова (Бармакова) Раиса Гиззатовна- преподаватель по экономическим предметам филиала вузов(Белебей), Арсланова(Юмалина) Минзаля Фасхиевна- педагог, зам. директора Башкирского республиканского компьютерного лицея(Баймак).За плечами каждого из нас- более 40 лет самоотверженного труда на благо народа, а сейчас все на заслуженном отдыхе.
Тыуған мәктәбебеҙҙе тамамлауға 60 йыл да үткән...Осрашыуға һәр беребеҙ ашҡынып килеп еттек.2 көн ваҡыт һиҙелмәйсә үтеп тә китте.11 синыфты 12 уҡыусы тамамлағайныҡ, әлеге көндә бишәүбеҙ имен-һау,Аллаһыма шөкөр.Баҡыйлыҡҡа күскән һабаҡташтарыбыҙҙы, яратҡан уҡытыусыларыбыҙҙы оло хөрмәт менән иҫкә алдыҡ, ә Тайба Хикмәт ҡыҙына, Рушан Ибраһим ҡыҙына , Сәлимйән Ялал улына һаулыҡ, хәйерле ҡартлыҡ теләйбеҙ! 2 көн эсендә барыһына ла өлгөрҙөк: "Нур" театрында, " Карлсон на крыше" күргәҙмәһендә булдыҡ, иң мөһиме- күҙгә күҙ ҡарашып, үткән тормошобоҙға байҡау яһап, хәтирәләргә күмелеп, йәшлегебеҙгә бер мәлгә генә булһа ла әйләнеп ҡайтҡандай булдыҡ, ғүмеребеҙ бушҡа үтмәгәненә инандыҡ.
✍Минзиля Фасхиевна