....
====================
Бөгөн Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә Сулпан Рәжәп ҡыҙы Миңлебаева күркәм юбилейын билдәләй 🎁🎁🎁
Сулпан Рәжәп ҡыҙын ғихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡтар, бәхет теләйбеҙ! Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен! 💐💐💐
_____________________________________________
1961 йылдың 6 майында Әбйәлил районы Туйыш ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. 1978 йылда Байым урта мәктәбен тамамлай. Бер йыл Шайморатов исемендәге колхозда эшләй. 1980—1985 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетының рус-башҡорт бүлегендә уҡый.
«Ашҡаҙар» әҙәби түңәрәгендә шөғөлләнә. Институтты тамамлағас, йүнәлтмә менән Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал урта мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп ебәрелә. Мәктәптә 2012 йылға тиклем эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан мәғариф министрлығының(1998), Башҡортостан Республикаһының маҡтау ҡағыҙҙары(2007) менән бүләкләнә. Рәсәй буйынса үткәрелгән «Иң яҡшы уҡытыусы» бәйгеһендә еңеп сыға, 100 меңлек грантҡа лайыҡ була.
Бер аҙ ваҡыт Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант булып эшләй. Шиғырҙары барлығы ун ике дөйөм йыйынтыҡта баҫылған. 2012 йылда «Һигеҙ ожмах асҡысы» тигән шиғырҙар китабы Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә айырым китап булып баҫылып сыға. 2001 йылда Бәләбәй ҡалаһында республика кимәлендә үткәрелгән шиғри бәйгелә уның шиғырҙары «Беҙ һәм заман» номинацияһына лайыҡ була. 2013 йылда Төркиәнең Тарсус ҡалаһында төрөк шағиры Ҡарасаоғоланға арналған халыҡ-ара шиғыр фестивалендә ҡатнаша. Маҡтау ҡағыҙы, иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнә. 2009 йылда Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Яҙыусылар берлегендә ағза булып тора. Көйөргәҙе районының Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премияһы лауреаты.
Источник: ©Союз писателей Башкортостана