ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ КӨСӨ БЕРҘӘМЛЕКТӘ 15 майҙа Бәләбәй ҡалаһының 15-се мәктәбендә “Башланғыс дөйөм белем биреү, төп дөйөм белем
15 майҙа Бәләбәй ҡалаһының 15-се мәктәбендә “Башланғыс дөйөм белем биреү, төп дөйөм белем биреү, урта дөйөм белем биреү федераль программаларында йөкмәтке һәм ойоштороу үҙгәрештәре” тигән темаға зональ методик семинар үтте.
Октябрьский ҡалаһы, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары вәкилдәре ҡатнашҡан мәртәбәле сараның пленар өлөшөн – Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Т.Б. Кәримов, ә практикумдарҙы уҡыу йортоноң кафедра мөдирҙәре һәм уҡытыусылары алып барҙы.
Ун йүнәлештә ойошторолған секцияларҙың береһе туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларын берләштерҙе һәм эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу майҙансығына әйләнде. Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, ф.ф.к., доцент Л.Р.Кирәева туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыу өлкәһендәге норматив документтар, үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар менән таныштырһа, ошо уҡ кафедраның өлкән уҡытыусыһы Р.Ф. Сөләймәнов һөнәри үҫеш өсөн булдырылған мөмкинлектәр хаҡында ентекләп һөйләне. Бәләбәй районы Приют ҡасабаһы 7-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы С.Х. Закированың «Федераль белем биреү программалары сиктәрендә башҡорт телен өйрәнеүҙә мотивация алымдары һәм ысулдары», Бәләбәй татар гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусылары Р.И. Ануфриева һәм Р.Р. Мөжипованың «Башлангыч сыйныфларда татар теле, әдәбият дәресләрендә һәм класстан тыш чараларда уен технологияләрен куллану», Бәләбәй ҡалаһы сыуаш гимназияһының сыуаш теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы П.Г. Кирилованың «Чӑваш чӗлхипе литератури урокӗсенче вӗренекенсен пӗлӳ илес пултарулӑхне ӳстерекен активлӑ мелсем», Бәләбәй районы Мәтәүбаш төп дөйөм белем биреү мәктәбенең мари теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л.С.Батыргәрәеваның “Мари теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә балаларҙы милли мәҙәниәт аша тәрбиәләү” темаларына арналған оҫталыҡ дәрестәре юғары кимәлдә үтте.
Рәсәйҙә иғлан ителгән Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылында тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының зональ методик семинарҙа әүҙем ҡатнашыуы, эш тәжрибәләре менән уртаҡлашыуы үҙе үк символик мәғәнәгә эйә булды, халҡыбыҙҙың көсө берҙәмлектә икәнен тағы бер тапҡыр раҫланы.
Источник: ©Кафедра башкирского и других родных языков и лит