...
========================
25 МАЙҘА ТЫУҒАНДАР:
✅1930 йылдың 25 майында әлеге Әбйәлил районында урынлашҡан Баҡыр Үҙәк ауылында Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы Камил Вәлиев тыуған.
Камил Абдрахман улы Калинин ис. Мәскәү металл һәм алтын институтын, аҙаҡ Гнесиндар ис. Музыка педагогия институтын тамамлай. Төрлө йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының әҙәби-музыкаль лекторийы солисы, режиссеры, филармония директоры, Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, Башҡорт опера һәм балет театры директоры булып эшләй. Сибай сәнғәт колледжына нигеҙ һалыусы һәм беренсе директоры була.
✅1931 йылда Йәрмәкәй ауылында яҙыусы, драматург, журналист Мөкәрәмә Садиҡова тыуған.
Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы бәләкәйҙән етем ҡала, Бәләбәй, Өфө балалар йорттарында тәрбиәләнә, ағас эшкәртеү заводында эшләй. 1949-53 йылдарҙа театр училищеһында уҡый, бер үк ваҡытта Башҡортостан радиокомитетында эшләй. 1959 йылда ситтән тороп М. Горький исемендәге әҙәбиәт иниститутын тамамлай. Төрлө йылдарҙа “Башҡортостан пионеры” гәзитендә, Башҡортостан Яҙыусылар союзында, “Ағиҙел” журналында эшләй. Мөкәрәмә Садиҡованың беренсе шиғырҙары һәм хикәйәләре 1950 йылдарҙа баҫыла башлай, “Һауалағы торна” исемле тәүге драма әҫәре 1985 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Лек Вәлиев тарафынан ҡуйыла.
Источник: ©«АШҠАҘАР» - МОҢЛО РАДИО