Әсмә Яҡупованың юлын дауам иткән ейән-ейәнсәрҙәре тағы ла күберәк.
Һанай китһәң, тағы ла тиҫтәнән ашыу исемдәрҙе атарға була. Был нәҫел вариҫтарының дөйөм педагогик хеҙмәт стажы 340 йыл тәшкил итә! Ғәжәп күренеш. Иң һоҡландырғаны: улар барыһы ла ифрат һәләтлеләр, йыр-бейеүгә маһирҙар. Бәләкәй генә эшкә лә ижади ҡараған, бер-береһенең башланғысын күтәреп алырға әҙер торған Яҡуповтарҙың уңыш нигеҙе – татыулыҡта, берҙәмлектә, туған йәнле булыуҙа.
Ҡасандыр үҙҙәре уҡыған һәм уҡытҡан Һайран урта мәктәбе музейында уларҙың нәҫел-затына арналған стенд булдырылған. Ошо ҙур ғаиләнең башында торған Әсмә Назар ҡыҙы Ишембай ҡалаһы һәм районында I һәм II дәрәжә “Әсәлек даны” һәм “Герой-Әсә” ордендары менән бүләкләнгән берҙән-бер уҡытыусы. Хоҙайға шөкөр, ун балаһының бөгөн туғыҙы иҫән-һау. Бишәүһе уҡытыу-тәрбиә эшендә булһа, ҡалғандары ла лайыҡлы тормош юлы үтә: Нәсимә Ғайса ҡыҙы оҙаҡ йылдар Этҡол ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара, Рәйсә уңышлы эшҡыуар, Рәйесе тирә-яҡҡа даны таралған балта оҫтаһы.
Нәҫеле ниндәй – балаһы шундай, тип юҡҡа әйтмәгән боронғолар. Хәҙер инде Әсмә һәм Ғаяз Яҡуповтарҙың өсөнсө быуыны үҫеп килә, уларҙа ла шул уҡ саялыҡ, дәрт-дарман, ихласлыҡ һәм күңел байлығы, белемгә ынтылыш кеүек сифаттар ярылып ята.
Йыл башында был дан ғаиләнең бер нисә вәкиле Мәскәүҙә
“Туғандарым-ғәзиздәрем” Бөтә Рәсәй ғаилә форумы сиктәрендә үткән Ғаилә йылын асыу тантанаһында ҡатнашты (фотола). Мәртәбәле сарала улар үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте һәм ил кимәлендә юғары баһаға лайыҡ булды.
Эйе, дөрөҫ әйткән Сәғит Агиш, уҡытыусы шундай һөнәр, уны башта уҡ яратҡан кеше бер ваҡытта ла ташлай алмай. Яҡуповтарҙың иһә был һөнәргә булған һөйөүө ҡандарына һеңгән, улар өсөн мөғәллимлек быуындан-быуынға күсә һәм тапшырыла килгән әсәй васыяты.
ӘЙТКӘНДӘЙ,
Яҡуповтарҙың ижади ғаиләһе яугир атайҙары һәм олатайҙары Ғайса Дауыт улы рухына арнап “Билдәрендә һалдат ҡайышы” исемле фильм төшөргән. "Еңеү яҙы килгән һайын хистәр яңыра. Берлинғаса барып еткән атайыбыҙҙың рухы беҙҙең менән бергә шатланһын”, - ти Гүзәл Ғайса ҡыҙы Шаһиева. Фильмды уның “Бәйләнештәге”
©Гульнур Давлетьярова---Янбердина