...
=================================
ӘСӘЙ ҺАЛҒАН ҺУҠМАҠ БУЙЛАП
1942 йыл. Кисә генә мәктәпте тамамлаған Әсмә Ғөбәйҙуллина, төйөнсөгөн төйнәп, Йәнырыҫтан Һайран ауылына табан юлға сыға. Балалар йортона тәрбиәсе итеп эшкә ебәрәләр уны. Башҡа тиңдәштәре лә төрлөһө төрлө яҡҡа таралыша. 17-һе лә тулмаған ҡыҙҙар бына шулай фронтҡа киткән уҡытыусы ағайҙарҙы алмаштыра...
Детдом балаларын күреп, йәш мөғәллимәнең йөрәге әрней: аслыҡтан биттәре шешенгән, күбеһе яланаяҡ, өҫтәрендә тетелеп бөткән бишмәт. Һыуыҡта уҡырға төндә ябынып ятҡан одеялдарын тотоп киләләр. Мейес ҡоромонан яһалған ҡара менән иҫке китаптарҙың юл араларына яҙып маташҡан бисара балаларҙың нисек тә булһа күңелен күрергә, йылы һүҙ менән өшөгән йөрәктәрен йылытырға тырыша ул.
Кеше яҙмышы ил яҙмышынан айырылғыһыҙ. Тылдағы халыҡ иңенә төшкән бөтә ауырлыҡтарҙы Әсмәгә лә татырға тура килә. Һайранға килгәс, септә, ҡап һуғырға өйрәнә. Уҡыусылар менән фронт өсөн башалтай, бейәләй бәйләйҙәр, ҡулъяулыҡ сигәләр, янсыҡ тегәләр. Көҙөн ураҡ эштәрендә ярҙамлашалар.
Нисек кенә арытмаһын, йәшлек дәрте үҙенекен итә. Тәүәккәл ҡыҙ мәктәптә үҙешмәкәр түңәрәк ойоштора, уҡытыусыларҙан торған агитбригада төҙөй. Халыҡтың рухын күтәрер өсөн улар спектаклдәр, концерттар ҡуя. Күрше Аҙнай, Хажы, Арлар, Иҫкесәк ауылдарында сығыш яһайҙар. “Беҙҙең Әсмәгә уҡытыусы түгел, әртис булырға кәрәк булған”, - тип һоҡлана һайрандар уның сығыштарын ҡарап.
Эсер һыуы, ашайһы ризығы ғына түгел, үҙ насибы ла ошонда булған икән Әсмәнең. Еңеүҙән һуң ауылына ҡайтҡан фронтовик егет Ғайса бер күреүҙә ғашиҡ була сибәр ҡыҙға. Дөрөҫөрәге, йәш йөрәктәрҙе ике арала йөрөгән өскөл хаттар күптән бер-береһенә бәйләй. Үҙен фатирға индергән Әлимә инәйҙең улы булып сыға Ғайсаһы. Яҙыу-һыҙыу белмәгән әсә өсөн һалдатҡа хатты гел генә Әсмәгә яҙырға тура килә. Йәш уҡытыусы шул саҡта уҡ егеттең йөрәгенә инеп ултыра.
Матур ғаилә ҡора Яҡуповтар, 10 балаға ғүмер бүләк итәләр. Илгә терәк, йортҡа биҙәк булырҙай биш ул, биш ҡыҙ үҫтерәләр.
Тик фажиғәле осраҡ балаларҙы бик иртә атайһыҙ ҡалдыра. Урманға утын әҙерләргә барған еренән имгәнеп ҡайтып, ғаилә башлығы вафат була. “Сталинград тиклем Сталинград һуғышынан тере ҡалған ветераныбыҙҙы бәлә урманда көтөп торған икән”, - тип бик ауыр хушлаша ауыл халҡы Ғайса Дауыт улы менән. Әсмәгә күңел һыҙланыуҙарын баҫып, күҙ йәштәрен тыйып, балаларын үҙ көсө менән аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Ҡолонсаҡтарына иң ауыр минуттарҙа ла һыр бирмәҫкә, ҡаршылыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға өйрәтә әсә. Нисек кенә һынмаҫҡа тырышмаһын, бөтә күргән-кисергәндәр бер күңелгә йыйыла шул. 63 йәшендә уның да йөрәге тибеүҙән туҡтай. Егерме бер ейән-ейәнсәрен күреп, уларҙы тупылдатып һөйөп, үҫтерешеп, риза булып китә был донъянан Әсмә Назар ҡыҙы.
Әле лә ризалыр әсә рухы, бөгөн уның эшен балалары лайыҡлы дауам итә. Оло улы Ғаяз 46 йыл ғүмерен Һайран урта мәктәбендә йәш быуынды физик тәрбиәләүгә арнай. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы. Бәләбәй ҡалаһында башҡорт гимназия-интернатын етәкләгән Дилбәре Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре исемен йөрөтә. Йәнә бер улы Муса Яҡупов - техник фәндәр кандидаты. Оҙаҡ йылдар Магнитогорск металлургия институтында студенттарға белем бирә.
Ғаиләлә төпсөк бала булған Гүзәл дә үҙен ошо изге һөнәргә арнаған шәхес. Ябай уҡытыусынан алып Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫарынаса юл үткән Гүзәл Ғайса ҡыҙы бөгөн федераль кимәлдәге Ишембай махсус белем биреү учреждениеһына етәкселек итә. Уның да тынғыһыҙ хеҙмәте төрлө кимәлдәрҙәге маҡтаулы исемдәр, юғары наградалар менән баһаланған. Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар Союзының “Ватан ҡыҙҙарына иҫтәлекле миҙал”ы – шуларҙың бер нисәһе генә.