...
====================
Бөгөн Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, талантлы шағирә, журналист Зилә Марс ҡыҙы Ғәлләмова тыуған көнөн билдәләй! Талантлы ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас тәбрикләйбеҙ һәм Ағиҙел йылғаһылай оҙон ғүмер юлы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, артабан да ижад балҡыштары теләп ҡалабыҙ!
Шағирә 1978 йылдың 21 июнендә хозур тәбиғәтле Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуған. Бала сағы Сораман һәм Учалы ауылдарында үтә. Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм мәҙәниәте тарихы бүлеген тамамлай. З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте сығарған «Нур усағы» йәштәр йыйынтығында «Күҙҙәреңә ҡарап әйткем килә» исемле тәүге китабы донъя күрә. «Йәшлегем түрендә» тип аталған икенсе китабы ошо уҡ нәшриәттә 2006 йылда баҫыла.
Хеҙмәт юлын Силәбе дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетында башлай. Силәбе өлкә башҡорттары ҡоролтайы сығарған «Уралым», аҙаҡ «Йәшлек» гәзиттәрендә журналист булып эшләй. Зилә Ғәлләмова 2002 йылда Бәләбәй ҡалаһында уҙғарылған «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестиваленең Гран-приһына лайыҡ булды.
Ауылыма
Яҙмышҡынам яралған да һиндә,
Кендегемде киҫкән көнөмдә.
Ғүмер биреп миңә, бәхилләшкән,
Әсәкәйем апрель көнөндә.
Яҙғы һыуҙар ер өҫтәрен йыуған,
Әсәм эҙен, уның йырҙарын.
Һағышымды йотоп ситкә киттем,
Оноторға үҫмер йылдарым.
...Онотолмай көҙгө япраҡтарым,
Битем йыуған көмөш һыуҙарым,
Тиккә генә һиндә яралмаған,
Минең йәнем – илтә юлдарым.
Яҙмышыма ышанамын бөгөн,
Ғүмерем хаҡы минең йыр булыр.
Ҡайтам бөгөн тыуған яҡтарыма,
Йөрәгемә, бәлки, моң тулыр.
***
Теләктәрҙең теләп изгеләрен,
Сал башыңа мендем Ирәмәл.
Сихри көскә эйә изге тауым,
Күңел һиңә килә, бир әмәл!
Ата-бабам төйәк иткән һине,
Шишмәләрҙең һыуы йән өрә.
Бейеклегең – бөйөклөгөң,
Йәшәйешем биҙәй, йәм бирә.
Теләктәрҙең теләп изгеләрен,
Бәхет тойғом килә, бир әмәл!
Бейекһең һин! Бойоҡһоң ник?
Серең һөйлә әле, Ирәмәл!
***
Изге йортҡа бөгөн килдем әле,
Ҡәҙер төнө. Изге теләктәр.
Бергә ҡалһа ине, Аллаҡайым,
Бер-береһен һөйгән йөрәктәр.
Төштәремде, өндәгемде бөгөн,
Яҡшылыҡҡа ғына юрайым.
Хоҙай һора тигән ялҡауланмай,
Мөлкәт түгел – иман һорайым.
Доғаларым бары изгелеккә,
Һинең алда ғына аҡланам.
Һаҡла мине ышанған кешемдән,
Ышанмағандан үҙем һаҡланам.
***
Ҡаяларға гел һоҡланам үҙем...
Бейеклек бит – бөйөк күренә.
Шул бөйөклөк сере арбай төҫлө,
Барыһы ла уға үрелә...
Ҡаяларҙай кешеләрҙе беләм...
Ҡар-ямғырҙа тора бирешмәй,
Аҙаҡҡыса көслө булып ҡалыу,
Уның бурыс! Ауһа – килешмәй...
Әммә, беләм... Бала саҡта күрҙем
Бер ҡаяның ишелеп төшкәнен.
Нигеҙ ташы итеп ауылдаштар
Тиҙ-тиҙ генә ташып бәткәнен...
Ҡаяларға гел һоҡланам үҙем...
Ҡай саҡ йәлләп ҡуям уларҙы.
Бейеклеген, матурлығын хурлап,
Күпме ел-бураны боларҙы?..
***
Шатлығым да, бәлки, аҙ булғандыр,
Кәм күрмәне уны күңелем,
Аллаға ла шөкөр, йылмаямын,
Тормош мәхшәренә күмелеп.
Донъя бизмәнендә ҡайғыларым,
Бәлки, булыр берәй сүп кеүек,
Йәш йөрәгем бөгөн һыҡтап ҡуя –
Яңғыҙыма минең күп кеүек.
Баш эйәмен ҡай саҡ ел-ямғырға,
Тәңрем илтә дөрөҫ һуҡмаҡтарға.
Өндәй мине изге йәшәү көсө,
Бирешмәҫкә, ахмаҡ-туҡмаҡтарға!
***
Һеҙ ҡайтығыҙ илгә яҙҙар килгәс,
Ҡар иреүгә, зинһар, ҡайтығыҙ.
Еңеү менән – беҙгә ҡояш булып,
Ҡоштар менән бергә ҡайтығыҙ!
Окоптарҙа, блиндаждарҙа туңған
Йөрәктәрҙе йылытыр ҡуҙ булыр,
Бала ҡосаҡлауы, әсә ҡараштары,
Һөйгән йөрәктәргә моң тулыр.
Һеҙ ҡайтығыҙ, зинһар, тере килеш
Юғалтыуҙар беҙҙе аямаҫ,
Ҡурсалаһын һеҙҙе Аллам үҙе,
Доғалыны үлем ала алмаҫ.
Һеҙ ҡайтығыҙ илгә еңеү менән!
Зилә Ғәлләмова.
Источник: ©Литература Башкортостана