#башҡорттелендәдиктант #башдиктант #башдиктант2026 #диктантпобашкирскомуязыку #башҡортсадиктантяҙам ❗✍🏼17 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙ…
#башдиктант #башдиктант2026
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам
❗✍🏼17 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙасаҡ!
Йылдағыса, апрель айында Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант була. Барығыҙҙы ла унда дәррәү ҡатнашырға саҡырабыҙ.
❗Диктант иртәнге сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты) БЮТ каналында тура эфирҙа башланасаҡ. Шул ваҡытта офлайн-майҙансыҡтарҙа ла яҙыу мөмкинлеге бар.
❗Учалы ҡалаһында һәр йылдағыса С.Ш.Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейында ( Мортазин урамы,20) һәм район мәктәптәрендә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙырға теләүселәр өсөн офлайн-майҙансыҡ ойошторола.
❗Онлайн яҙыусылар 17 апрелдең 23:59 сәғәтенә (Өфө ваҡыты) тиклем диктантты яҙа ала. bashdictant.ru сайтында улар өсөн тура эфирҙың яҙмаһы ҡуйыласаҡ.
❗ Диктантты яҙып бөткәс, эштәрегеҙҙең фотоһын йәки сканын «МАКС»ҡушымтаһында @bash_dictant_bot ботына йәки bashdictant.ru сайтында шәхси сәхифә аша ебәрә алаһығыҙ