Ғиниәтуллин#уҡыуҙары-2026# Бөгөн Ураҙ ауылы китапханаһында башҡорт халыҡ яҙыусыһы , Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Талха Йомабай улы Ғиниәтуллиндың яҡты …
Бөгөн Ураҙ ауылы китапханаһында башҡорт халыҡ яҙыусыһы , Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Талха Йомабай улы Ғиниәтуллиндың яҡты иҫтәлегенә һәм Бөйөк Еңеү көнөнә арналған "Т.Ғиниәтуллин уҡыуҙары " үтте. Илсе урта мәктәбе, Ураҙ лицейы, Ҡунаҡбай урта мәктәбе, Миндәк ауылының 6-сы урта мәктәбе уҡыусылары бөйөк яҙыусының ижадын өйрәнеп, әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе сәхнәләштереп сығыш яһанылар. Уҡыусыларҙың ижади эшмәкәрлеге Учалы яҙыусылар ойошмаһы, "Яйыҡ" газетаһы , яҙыусының ейәнсәре әҙерләгән махсус бүләктәр , маҡтау ҡағыҙҙары менән юғары баһаланды. Быйыл алтынсы йыл ойоштороп ҙур сараны әҙерләгән китапхана етәксеһе Шәйәхмәтова Нәркизә Ғабдрахман ҡыҙына, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең журналистар союзы ағзаһы, хеҙмәт ветераны Ситдиҡова Фәриҙә Фәрмүт ҡыҙына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Бөйөк шәхестең ижадына һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусыларҙың Илсе урта мәктәбенән Солтанова Рәмилә Тәлғәт ҡыҙының,6-сы урта мәктәптән Яныбаева Әлиә Гәрәй ҡыҙының , Ҡәйүмова Резеда Нәсим ҡыҙының , Хәмитова Айгөл Фәнүз ҡыҙының , Фазлетдинова Миләүшә Булат ҡыҙының эшмәкәрлеге оло маҡтауға лайыҡ! Афариндар! Уңыштар юлдаш булһын!