Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән һәр йыл һайын ойошторолған ,,Башҡорт теленән халыҡ -ара диктант ,,акцияһында туған теленә битараф булмаған милләттә…
Туған башҡорт телендә диктант яҙыу акцияһында ҡатнашыу өсөн һәр мәктәп нигеҙенда 28 майзансыҡ теркәлеү үткәйне. Төрлө һөнәр эйәләре,уҡыусылар,ата -әсәләр, уҡытыусылар ҡатнашҡан акцияла өс меңдан ашыу кеше ҡатнашты.
С.Ш.Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейы майзансығында йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты.Бөгөн ошо майҙансыҡтан диктантты ,,бишле ,, билдәһенә яҙыусыларҙы:
-,,Фаворит ,,магазины һатыусыһы Йомабаева Гөлнара Барый ҡыҙын;
-7-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Сәфетдинова Наилә Миҙхәт ҡыҙын;
-3-сө лицей уҡытыусыһы Әминева Асия Әбубәкер ҡыҙын Учалы мәғариф бүлеге начальнигы Оксана Наиль ҡыҙы Ниғмәтуллина бүләкләне.
Афариндар!