17 апрель көндө Яңауыл калаһы Советтар Союзы Геройы Виктор Георгиевич Лоскутов исемендәге лицей уҡыусылары уҡытыусылары менән берлектә "Башҡорт теленә…
Яңауыл калаһы Советтар Союзы Геройы Виктор Георгиевич Лоскутов исемендәге лицей
уҡыусылары уҡытыусылары менән берлектә "Башҡорт теленән диктант" халыҡ- ара белем биреү акцияһында ҡатнашты. Уның маҡсаты - туған телде өйрәнеүгә иғтибар йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен күтәреү, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә башҡорт телен популярлаштырыу тора.
Сараның аҙағында башҡорт теленән диктант яҙыусыларға “Башҡорт теленән диктант” халыҡ – ара белем биреү акцияһында ҡатнашыуын раҫлаусы сертификаттар тапшырылды.
#башҡорттелендәдиктант #башдиктант #башдиктант2026 #диктантпобашкирскомуязыку