📚 Йәш быуын — тарих һәм мәҙәниәт һағында 25 июндән 13 июлгә тиклем Рәсәй Геройы М.В. Серафимов исемендәге «Патриот»
25 июндән 13 июлгә тиклем Рәсәй Геройы М.В. Серафимов исемендәге «Патриот» паркы янындағы Стәрлебаш уҡыу-методик үҙәгендә Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә арналған профилле смена үтте.
Икенсе сменала 52 бала ял итте. Улар араһында Башҡортостан уҡыусылары менән бергә Һамар, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан һәм Ханты-Манси автономиялы округынан килгән 15 һәләтле бала ла булды.
Профилле смена ҡатнашыусыларға тыуған яҡ тарихын өйрәнергә, төрлө төбәктәрҙән килгән тиҫтерҙәре менән аралашырға һәм яңы дуҫтар табырға мөмкинлек бирҙе.
Бындай саралар йәш быуында илебеҙ халыҡтарының дөйөм мираҫына ихтирам һәм илһөйәрлек тәрбиәләй.
https://max.ru/uldash_fm
❗️❗️Р. Бикбаев исемендәге 102- се башҡорт гимназияһының алдынғы уҡыусылары ла был лагерҙа ял итте