Международный диктант по башкирскому языку 2026
Халыҡ-ара диктант республика өсөн ябай ғына акция түгел. Ул халҡыбыҙҙы берләштереүсе, беҙҙең үҙаңыбыҙҙы уятыусы, тарихыбыҙҙы хөрмәт итергә өйрәткән шәп сара.Туған тел аша беҙ асылыбыҙҙы аңлайбыҙ, халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлайбыҙ.
Бөгөн телгә ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы бигерәк тә ҡыуандыра – акцияға төрлө төбәктәрҙән һәм сит илдәрҙән дә ҡушылалар. Йылдан-йыл акцияның даирәһе киңәйә: 2019 йылда диктантты 60 мең кеше яҙһа, үткән йылда ҡатнашыусылар һаны 405 меңгә етте! Был — телгә булған ихтирамдың һәм һөйөүҙең сағыу билдәһе.
Быйылғы диктанттың текст темалары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы, Башҡортостан Республикаһында ҙур һәм татыу ғаилә йылы һәм башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Сокоройҙың 200 йыллығына арнала.
Акция онлайн һәм офлайн форматта уҙасаҡ. Онлайн «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Тамыр» (башланғыс кимәл) телеканалдарында, «Ашҡаҙар» радиоһында, шулай уҡ Акцияның рәсми сайтында, Акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрендә күрһәтелә. Шулай уҡ Рәсәй федерацияһы субъекттарында, сит илдәрҙә, Башҡортостан республикаһы райондарында һәм Өфө ҡалаһы ойошмаларында офлайн-ҡатнашыу өсөн майҙансыҡтар ойошторола. Был акцияла теләгән һәр кеше ҡатнаша ала.
Диктантта ҡатнаш һәм тарихтың бер өлөшө бул! Тулыраҡ мәғлүмәт һәм теркәлеү bashdictant.ru/ сайтында.
📢 Международный диктант по башкирскому языку — 17 апреля 2026 года!
В этом году акция пройдёт в один день — в офлайн- и онлайн‑форматах.
Цель диктанта — популяризировать башкирский язык в Башкортостане, других регионах России и за рубежом, а также повысить языковую культуру и заинтересовать людей в изучении родного языка.Участвовать в Акции можно используя запись прямого эфира на официальном сайте и в социальных сетях. Работы участников онлайн-формата принимаются до 23.59 часов 17 апреля 2026 года (по уфимскому времени) на официальном сайте Акции bashdictant.ru/, через чат-бот мессенджера «МАКС» @bash_dictant_bot.