Башҡортостандың халыҡ шағиры менән ижади осрашыу 20 февралдә 69-сы Белем биреү үҙәгендә уҡыусыларҙың һәм педагогтарҙың Башҡортостан Республикаһының ха…
20 февралдә 69-сы Белем биреү үҙәгендә уҡыусыларҙың һәм педагогтарҙың Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина менән ижади осрашыуы уҙҙы.
Сара Халыҡ-ара туған тел көнө сиктәрендә ойошторолдо.
69-сы Белем биреү үҙәге директоры Ирина Зөфәр ҡыҙы Шәйәхмәтованың сәләмләү һүҙенән һуң абруйлы ҡунаҡ уҡыусылар менән танышты һәм һәр ҡатнашыусыға иҫтәлеккә башҡорт телендәге «Аҡбуҙат» журналының көнүҙәк һанын ҡалдырҙы.
Лариса Хашим ҡыҙы туған телде өйрәнеүҙең, тарихи хәтерҙе һаҡлауҙың мөһимлеген, тәү сиратта ғаиләңдең тарихын, үҙ халҡыңдың мәҙәниәтен белеүҙе билдәләне.
Осрашыу шағирҙың тыңлаусылар менән ирекле аралашыу форматында төҙөлдө. Атап әйткәндә, Лариса Хашим ҡыҙының журналист һөнәренә нисек килеүе, нисә йәштә үҙенең тәүге шиғырын яҙыуы, унан ижади илһам алыуы тураһында һорауҙар бирҙе.
Ижади осрашыуҙың төп аспекты - балаларҙың ҡунаҡҡа бүләк иткән һүрәттәре. Үҙ сиратында, 69-сы Белем биреү үҙәге уҡыусылары һәм педагогтар Лариса Хашим ҡыҙын уның портреты менән таныштырҙы.