«Инвалид коляскаһындағы кешенең ирекле тормош нигеҙҙәре» — курс реабилитации
Проекттың маҡсаты — инвалид коляскаһында ултырған кешеләргә үҙаллы булырға һәм яңы мөмкинлектәр асырға ярҙам итеү.
▪️Программаның төп принцибы: “тиң — тиңгә”. Курстың инструкторҙары ла инвалидтар һәм коляскала йөрөйҙәр. Улар нисек итеп ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм мөмкинлектәреңде асырға икәнде үҙ тәжрибәһендә белә.
Ҡатнашыусыларҙы нимә көтә:
Өфө ҡалаһы, Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 47 буйынса урынлашҡан Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә ике аҙна (2026 йылдың 23 майынан 5 июненә тиклем).
🏹Программала — инвалид коляскаһында йөрөү техникаһы, йөҙөү, аэробика, уҡ атыу, команда уйындары, квиздар, караоке, лекциялар, спорттың адаптив төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡалар.
Шарттар:
➡️Кандидаттар — 18–50 йәшлектәр, умыртҡа һөйәге йәрәхәтләнгән (шуның арҡаһында инвалид коляскаһында йөрөргә мәжбүр булған), I һәм II төркөм инвалиды һәм башҡалар. Тулы исемлек: vk.cc/cWpTSM
📲Анкетаны проекттың сайтында тултырырға була: vk.cc/cWpTQg
🧾 Ойоштороусы сара үткән урынға тиклем осоу, йәшәү, ашау, экипировка һәм юл йөрөү хаҡын түләй. Ҡайтыуға ҡатнашыусылар юл хаҡын үҙҙәре ҡаплай.