📌 "Китап байрамы"на бөтә Башҡортостан ҡушыла ✨️"Китап байрамы" Халыҡ-ара китап йәрминкәһе дүртенсе тапҡыр ойошторола. Б
✨️"Китап байрамы" Халыҡ-ара китап йәрминкәһе дүртенсе тапҡыр ойошторола. Быйыл ул 28-30 майҙа үткәрелә һәм Өфөлә генә түгел: республиканың башҡа төбәктәре лә ҡушыласаҡ
🔹 Проект сиктәрендә 360-тан ашыу сара Рәсәйҙә халыҡтар дуҫлығы йылы, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы, тарихи хәтерҙе һаҡлау, патриотик тәрбиә һәм "Барыһы ла Еңеү өсөн" девизына арнала
🔹 Өфөлә Совет майҙанында Мәскәү, Санкт-Петербург, Рәсәй төбәктәренән һәм Беларусь, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстандан 80-гә яҡын нәшриәт ҡатнашыуы көтөлә
🔹 Йәрминкәнең мөһим сараларының береһе - Рәсәй яҙыусылар союзы рәйесе, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте етәксеһе, яҙыусы һәм тарихсы Владимир Мединский менән осрашыу. Ул сараны асыуҙа ҡатнаша һәм ойошмалар менән осрашасаҡ, тип көтөлә
🔹 Шулай уҡ Өфөгә Николай Иванов, Виктория Шеманская, Дарья Попова, Евгения Берёза киләсәк. Билдәле спортсылар, блогерҙар һәм хәрби хәбәрселәр үҙҙәренең китабы тураһында һөйләйәсәк
🔹 Фестиваль сиктәрендә "Урал батыр ерендәге йыл китабы" халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһе
🔹 Фестиваль сиктәрендә "Урал батыр ерендәге йыл китабы" халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһе билдәләнәсәк
🔹 Быйыл иң яҡшы студент командалары ҡатнашлығында "Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?" уйыны ойошторола
#Уфакультура