Пост канала «Советский район Уфы» от 02.07.2026
Заседание провел заместитель главы Администрации Руслан Фахуртдинов. На повестке дня рассматривались вопросы, направленные на повышение языковой культуры и грамотности в районе. Обсудили алгоритм работы по устранению нарушений в оформлении визуальной информации на государственных языках Республики Башкортостан, рекламных вывесок с использованием иностранных слов и символов без свидетельства на товарный знак.
Начальник отдела координации торговли, питания и оказания услуг Ильдар Галяутдинов представил анализ состояния работы по реализации положений закона в объектах торговли и оказания услуг, а также план совместных рейдов для устранения выявленных недочётов.
Главный специалист отдела культуры и молодёжной политики Альфиза Алибаева доложила о текущей работе по популяризации государственных и родных языков и контролю за соблюдением норм закона в учреждениях культуры и искусства.
Член комиссии Расиля Султанова проинформировала о проведении районного конкурса «Грамотный город», подробно рассказала о положении конкурса, сроках проведения и планируемых мероприятиях.
Подводя итоги, заместитель главы определил приоритетные задачи на будущее и отметил: «Наша цель – не просто соблюдение буквы закона, но и создание комфортной, эстетичной и уважительной к родному языку среды в каждом уголке нашего района!»
⚡️Өфө ҡалаһы Совет районы Хакимиәтендә «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» республика законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Ултырышты Хакимиәт башлығы урынбаҫары Руслан Фәхертдинов алып барҙы.
Көн тәртибендә районда тел мәҙәниәтен һәм грамоталылығын күтәреүгә йүнәлтелгән мәсьәләләр ҡаралды, ойошма һәм предприятиеларҙан алтаҡталар, реклама, күрһәткестәрҙе дөрөҫ яҙылышын талап итеү тураһында фекер алышыу булды. Ултырышта шулай уҡ Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ултырыштарында билдәләнгән мөһим тезистар ҙа яңғыраны.
Сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм хеҙмәттәрҙе көйләү бүлеге начальнигы Илдар Ғәләүетдинов һатыу итеү ойошмаларының алтаҡталарын, эш ваҡыттарын, йәмәғәт транспорты туҡталыштарында туҡталыштар атамаларын, реклама ҡоролмаларын дәүләт телдәрендә яҙыу нисек ойошторолғанын һөйләне.
Мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте бүлегенең баш белгесе Әлфизә Әлибаева дәүләт һәм туған телдәрҙе популярлаштырыу һәм мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларында закон нормаларын үтәүҙе контролдә тотоу буйынса ағымдағы эш тураһында һөйләп үтте.
Комиссия ағзаһы Рәсилә Солтанова «Грамоталы ҡала» район конкурсын уҙғарыу тураһында хәбәр итте. «Беҙҙең маҡсат – райондың һәр мөйөшөндә уңайлы, эстетик һәм туған телгә ихтирамлы мөхит булдырыу!» - тип Руслан Марат улы киләсәккә пландар билдәләне.