Яугир ғаиләһенә - "Йәншишмә"! Коллегабыҙ Айбулат Сәсәнбаев Хәйбулла районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ике яугир ғаиләһенә "Йәншишмә" гәзитенә яҙылыу бүләк итте. Батырҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә иғтибар – беҙҙең уртаҡ бурыс. Афарин, Айбулат!
✨Һомайҙа ҡунаҡта! Һомай менән бергә фотоға төшөргә теләһәгеҙ, Китап байрамына килегеҙ. Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең "Һомайҙа ҡунаҡта" тип аталған тирмәкәй янында һеҙҙе Һомай ҡаршы ала. 📚Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара китап байрамы тамамлана. Саралар “Барыһы ла Еңеү өсөн” тигән девиз менән уҙғарыла. 🎭Рус драма театры труппаһы патриотик концерт тәҡдим итә, “Һеңлекәш” тигән хәрби драма күрһәтелә. 📖 Китап байрамында Рәсәй, Беларусь һәм Ирандан нәшриәттәр, китап магазиндары, яҙыусылар ҡатнаша.
Рәсәй президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары Таңсулпан Ғариповаға һәм Михаил Чвановҡа, шулай уҡ Яҙыусылар союзы рәйесе, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айгиз Баймөхәмәтовҡа милли әҙәби традицияларҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Рәсәй Яҙыусылар союзының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
☀️ Башҡортостанда һабантуйҙар башлана. Тәүгеләрҙән булып һабан байрамын бөгөн Ғафури, Йылайыр, Ҡалтасы һәм Күгәрсен райондары халҡы үткәрә. ✨Ял көндәрендә республиканың 30-ҙан ашыу ҡала һәм районында йәрминкәләр үтә. 🚑 Бөгөн Өфөлә “Сәләмәт баласаҡ биләмәһе” тигән сара уҙа. 🥊Бөгөн Башҡортостанда геройҙар ярыша. Чемпионат “Патриот” паркы биләмәһендә үтә. 💚Бөгөн Өфөлә “Йәшел марафон” була. Хәйриә сараһы Ағиҙел буйында уҙғарыла. 🏃♀️Бөгөн Стәрлетамаҡта “Мең велосипедсы көнө” уҙғарыла. Унда ҡатнашыусылар ҡаланың үҙәк урамдарынан үтә.
Хәйерле иртә! ☀️🌿 Башҡортостанда һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән ямғыр, көньяҡ-көнсығышт райондарҙа төндә күк күкрәп ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы республикала +15, +20 градус, Өфөлә +17,+19 градус йылы.