...
=======================
ТЫУҒАН ЯҠ ТАРИХЫНАН
Мин бала саҡтан тыуған төйәгемдең тарихы менән ҡыҙыҡһындым, бөтә буш ваҡытымды ауылыбыҙҙан алыҫ түгел урынлашҡан онотолған утарҙарҙы тикшереүгә сарыф иттем. Оло быуын кешеләренең һөйләүҙәренә ҡарағанда, Октябрь революцияһына тиклем беҙҙең яҡтарҙа доктор Ждановтың ҡымыҙ менән дауалау йорто төҙөлгән булған. Был мәғлүмәт мине айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы.
ҠЫМЫҘ ШИФАҺЫ
Бер генә медицина белешмәһе лә башҡорт ҡымыҙының шифаһы тураһында телгә алмай ҡалмайҙыр. Батырҙар эсемлеге элек-электән бик күп ауырыуҙарҙы дауаларға ярҙам иткән. XIX быуат аҙағында Башҡортостанға ҡымыҙ менән дауаланырға элек Кавказдың минераль һыуҙарына йөрөгән кеүек килә башлағандар. 1909 йылда Өфө губернаһында 4704 «ҡымыҙник» иҫәпләнә - Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән һаулыҡтарын нығытырға килгәндәрҙе шулай тип атайҙар.
Дауаланырға килеүселәр күп булғас, ҡымыҙ менән дауалаусы шифаханалар был осорҙа гөрләп эшләй «Улар төрлө сирҙәрҙән йонсоған, ныҡ арыған, нервы сирҙәре, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары, бронхит кеүек сирҙәр менән яфаланғандар өсөн тәғәйенләнгән. Үпкә сирҙәре менән ауырыған бик күп кешеләр һуңғы өмөтөн башҡорт ҡымыҙына бағлай», - тип яҙа доктор В. Н. Золотницкий 1910 йылда сыҡҡан «Ҡымыҙ менән дауалау урындары буйлап белешмә»һендә.
Ә бына шул осорҙағы ҡымыҙлы урындарҙағы һауа торошо тураһында ял итеүселәр бына нимә тип яҙған: «Төп ҡымыҙ менән дауалау урыны булараҡ, Бәләбәй өйәҙенә иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк. Был өйәҙҙең үҙенсәлеге шунда: унда ҡылғанлы далалар, тауҙар, түбәләр күп, климаты далаларға хас үҙенсәлектәргә эйә, көндөҙгө эҫенән төнгө һалҡынға киҫкен күсә. Сатлама һыуыҡлы ҡыштар юҡ тиерлек. Яҙ бик иртә килмәй, әммә тиҙ иретә, йәй көнбайышта ятҡан урындарға ҡарағанда һис тә һалҡын түгел. Шул уҡ ваҡытта губернаның байтаҡ өлөшөндә оҙайлы ямғырҙар һирәк күренеш. Һауаһы саф һәм бик үк дымлы түгел.
ДОКТОР ЖДАНОВТЫҢ ШИФАХАНАҺЫ
1906 йылдан алып 1916 йылға тиклем Рәсәйҙә Столыпин аграр реформаһы була. Хөкүмәт үҙәк губерналарҙан төпкөлгә күсенеүҙе хуплай, көсәйтә башлай. Күскенселәргә ер участкалары ла биргәндәр. Тап ошо йылдарҙа беҙҙә Дмитриевка, Зубовка, Максимовка, Петровка, Сергеевка исемле утарҙар барлыҡҡа килә, ә Һарыш ауылында башҡорттар менән бергә рус күскенселәре лә йәшәй. Ер алып, Николай Васильевич Жданов урман массивы булған ҡалҡыу урындарҙа ҡымыҙ менән дауалау шифаханаһы ойоштора.
Ғәҙәттә бындай биналар матур тәбиғәт мөйөшөндә урынлашҡан, уларҙың архитектураһы бик үҙенсәлекле һәм йыш ҡына менән семәрле биҙәкле булыуы менән айырылып торған. Мәҫәлән, доктор Н. В. Жданов дауаханаһы 1898 йылда тау итәгендә төҙөлгән. Ул бәләкәй генә бер нисә йорттан торған. Әммә ваҡыт уҙыу менән, бындағы ерҙең артыҡ еүеш, дымлы булыуы сәбәпле, ҡымыҙ менән дауалау урынын тау башына күсерәләр. Пароход формаһында эшләнгән бинаның ал яғында «Николай Жданов» тип яҙылған, каюталы, торбалы һәм ишкәкле тәгәрмәсле була (был һүрәтләмә «Ҡымыҙ менән дауаланыу урындары буйлап белешмә»лә осрай).
Ждановтың шифаханаһы мине күптән ҡыҙыҡһындыра ине. Мин бөтә буш ваҡытымды ауылыбыҙҙан алыҫ түгел, 1917 йылдың Октябрь революцияһына тиклем булған, онотолған имениеларҙы тикшереүгә сарыф иттем. Бала сағымда уҡ оло быуын кешеләренең һөйләүҙәренән ҡалҡыулыҡта ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһының төҙөлөүе хаҡында белдем. Йылдар үтә торҙо, ҡыҙыҡһыныуым да артҡандан-арта барҙы. Ошо урындарҙа булып, тирә-яҡты иғтибар менән ҡарап-тикшереп йөрөгәндә, ватылған һауыт-һабалар ҙа килеп сыға ине. Бер ваҡыт осраҡлы ғына рәүештә бинаның фотоһүрәте булыуын белеп ҡалдым, уны шул замандың билдәле фотографы Абрам Петрович Фризен төшөргән булған, был фото «Өфө» журналында (2003 йылдың 11-се һаны) баҫылып сыҡҡан. Ике ҡатлы был бина Америка караптарына оҡшаш. Шифахана янында ашхана, быяла зал (курзал) төҙөгәндәр. Пароход формаһындағы бина таҡтанан эшләнгән, ике яруслы, яҡынса утыҙ тәҙрәнән торған. Граждандар һуғышы ваҡытында утарҙа һәм яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр «карап»тың