таҡталарын һүтеп алып бөткән.
Оло йәштәгеләр һөйләүенсә, Жданов шифаханаһынан тыш, яҡында ғына тағы бер ҡымыҙ менән дауалау урыны булған. Урындағы халыҡ уның хужаһын «офицер» тип кенә йөрөткән. Төҫкә-башҡа йәш кеше була. Күрәһең, Мәскәүҙән йәки Петербургтан килгән отставкалағы офицер булғандыр. Ул ҡымыҙ менән дауаланыу урынын уңышлы һайлаған – тирә-яҡта шишмәләре булған ҡатнаш урман менән уратып алынған. Ял итеүселәр өсөн бында ҙур булмаған өйҙәр төҙөлә, яҡында ғына быуа, күл була (әле быларҙың береһе лә юҡ инде), унда ял итеүселәр кәмәлә йөрөгән.
Ололар һөйләүе буйынса, 1912 йылда урындағы бурҙар алтынды ҡулға төшөрөү ниәте менән «офицер»ға һөжүм итә, әммә ул ҡасып өлгөрә. Был хәүефле төндә унда булғандарҙың барыһын да бандиттар аҫып китә. Был фажиғәле осраҡ илдәге буталсыҡтар мәленә тап килә. 1914 йылда - Беренсе донъя һуғышы, ә һуңынан Граждандар һуғышы башлана. Тиҙҙән был фажиғә хаҡында оноталар, тик «Офицер ҡыуағы» тигән урын ғына һаҡланып ҡалған.
Был тарихты ҡартатайым Себенле ауылынан Зарипов Сафа Зариф улы һөйләгәндәрҙән яҙҙым. Ул ғүмере буйы ат янында булды, ат ҡараны, һуңынан “Мир” колхозында ҡымыҙ эшләне. Ҡартатайым 15 йәшендә арбалы ат менән үҙҙәре әҙерләгән ҡымыҙҙы дүрт саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Николай Васильевич Жданов тотҡан “ҡымыҙниктар” торған урынға илтеп биреүҙә ҡатнашҡан. Үҙҙәре лә ҡымыҙ әҙерләп, ситтән дауаланырға килгәндәрҙе тотҡандар. 1914 йылда Беренсе донъя һуғышы башланғас, олатайым хәрби хеҙмәткә алына. Уға тиклем, үҙе һөйләүе буйынса, атҡа тыранса егеп, ҡымыҙ менән дауаланырға килгән “ҡымыҙниктарҙы” тәбиғәткә алып сығып, йәмле Дим буйҙарында йөрөткән. Дини байрамдарҙа Сергеевка сиркәүенә алып барып ҡатҡандар. Уға был хеҙмәте өсөн аҡсалата түләгәндәр. Ә ҡымыҙ шифаханаһы хужаһын урындағы халыҡ “баяр Жданов” тип йөрөткән. Беренсе еңел машинаны ла Себенле халҡы Жданов баяр ауылға килеп киткәндә күрә.
Олатайым һөйләүе буйынса, хәҙерге Мечниково ауылынан алыҫ булмаған тау (ҡалҡыулыҡ) башына “баяр Жданов” ҡымыҙ менән дауаланырға килгәндәргә корабль төҙөтә. Был яҡынса 1900 йылдарҙа була. Дала маяғы исемле хуторҙан алыҫ булмай. Ҡышҡы һалҡын осорҙа Түбән Әүрездән ҡарауылсылары була. Тау итәгендәге ямда ҡымыҙ, ит, балыҡ һәм башҡа аҙыҡ-түлек һаҡлағандар. Ә тау аҫты яҡлап, Себенле ауылы зыяратына саҡлы ҡайын урманы булған. Урындағы халыҡ уны утын һәм төҙөлөш өсөн киҫеп бөткән. Хәҙер ул ерҙәрҙә сәсеүлектәр һәм халыҡ ултыртҡан посадкалар ғына.
Мәжит МИҢЛЕБАЕВ,
хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы.
Тәүәтәй ауылы.
Источник: ©Әлшәй районы башҡорттары ҡоролтайы