IX городской конкурс «Тамсылар» в гимназии 102
Матур ижади байрам гимназияла туғыҙынсы тапҡыр ойошторола. Өфө ҡалаһының Мәғариф идаралығы ярҙамында ойошторолған сарала балалар һәм уҡытыусылар башҡорт йырҙарын башҡара.
✅Быйылғы конкурс Рәсәйҙә иғлан ителгән "Халыҡтар берҙәмлеге" һәм Башҡортостандағы "Ҙур һәм татыу ғаилә" йылына арналды.
Конкурсты асып, гимназия директоры Шайморат Тимербулатов йыр бәйгеһендә Өфө ҡалаһының барлыҡ райондарынан балалар, педагогтар ҡатнашыуы тураһында әйтте.
💯Жюри рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәид Билалов, ағзалары - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизов, Юнир Һағынбаев һәм гимназия педагогтары Р. Йәмлихин, Р. Усманова ғәҙел баһаламалар ҡуйҙы.
💐Гран - прины Р. Мөхәмәҙиев яуланы.
Конкурс юғары кимәлдә үтте💯