2026 йылда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә әлеге ваҡытҡа 82 меңгә яҡын кеше ярҙам алған.
Йыл башынан «сәләмәтлек поездары» составындағы мобиль медицина бригадалары 22 736 тикшереү үткәргән, 4 570 сир тәүгә, шул иҫәптән 101 осраҡта яман шеш шиге асыҡланған. Акция барышында МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтелеүе айырыуса мөһим.
🚑 2026 йылдың 15-21 июнендәге маршруттар: Әбйәлил, Баҡалы, Бүздәк, Бөрйән, Мәсетле, Илеш, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Архангел, Шишмә райондарында.
Акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Табип белешмәләре – бушлай, ғәмәлдәге сират тәртибендә. Үҙегеҙ менән паспорт һәм ОМС полисын алығыҙ.
Тулыраҡ мәғлүмәт – карточкаларҙа. Сәләмәт булығыҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан