Бөгөн баш ҡаланың «Торатау» конгресс-холында Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларының 5-се Медиа форумы уҙа.
-Беҙ ысынлап та бик ауыр ваҡытта йәшәйбеҙ. Күреп торорһоғоҙ, һуңынан был осор тураһында легендалар һөйләйәсәктәр. Беҙ һеҙҙең менән яңыраҡ ҡына шулай уҡ еңелдән булмаған ковид осорон үттек. Кемдер бирешә, кемдер үҙ идеалдарына хыянат итә, ә кемдер тыныс ҡына үҙ эшен башҡара. Һәм бына ике мең ярым хәбәрселәр армияһы тыныс ҡына үҙ эшен башҡара. Һеҙ ныҡлы ҡалҡан булдырҙығыҙ, уның эсендә беҙ - башҡарма органдар, үҙ эшебеҙ менән тыныс шөғөлләнә алабыҙ һәм тәү сиратта махсус хәрби операцияға ярҙам итә алабыҙ. Мин форумдың ошондай девизды һайлағаны өсөн бик рәхмәтлемен! Барыһы ла Еңеү өсөн!