20 май Бөтә донъя бал ҡорттары көнө билдәләнде.
Сөнки ҡортсолоҡҡа, умартасылыҡҡа нигеҙ һалған Антон Янша ошо көндә тыуған. Ул Словенияның данлыҡлы умартасылар ғаиләһендә тыуып үҫә һәм ҡортсолоҡто үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Шуға күрә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһына Словениянан уның тыуған көнөн Бөтә донъя бал ҡорттары көнө итеп үткәреү тәҡдимен индерәләр. Был башланғыс хуплау таба һәм 2018 йылдың 20 майында тәүге тапҡыр Бөтә донъя бал ҡорттары көнө билдәләнә.
Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин районыбыҙҙың барлыҡ ҡортсоларын ошо уңайҙан ҡотланы:
-Билдәле булыуынса, башҡорт халҡы элек-электән ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән. Ата-бабаларыбыҙҙың был кәсебе әлеге мәлдә лә лайыҡлы дауам ителә. Донъяла танылыу яулаған Бөрйән ҡорто, ата-бабаларыбыҙҙың боронғо кәсебе – солоҡсолоҡ бынан йөҙәр-меңәр йылдар элекке кеүек хәлдә беҙҙә һаҡланып килә.
Йылдан-йыл хужалыҡ итеүҙең был төрөндә шөғөлләнеүселәр арта. Бөгөн беҙ ошо йоланан тайпылмай, Бөрйән ҡырағай бал ҡортон, үҙенсәлекле тәбиғи шөғөл булараҡ билдәле солоҡсолоҡто һаҡлап ҡалырға һәм уны киләсәк быуынға еткерергә бурыслыбыҙ.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, сыҙамлыҡ талап иткән шөғөлөгөҙҙә уңыштар, мул уңыш һәм ҡулдарығыҙҙан ҡот китмәүен теләйем!