Изгелек сылбыры өҙөлмәһен!
"Таң" менән изгелек ҡыл!" акцияһын дауам итеп, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева Яңы Собханғолда йәшәүсе 1-се төркөм инвалиды Сәлимә Замановаға 2026 йылдың икенсе яртыһына "Таң" гәзитенә подписка бүләк итте. Эстафетаны ул муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары - финанс идаралығы начальнигы Гөлшат Хәсәноваға тапшырҙы.
Дуҫтар! Һеҙ ҙә Изгелек акцияһы сиктәрендә күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, инвалидтарға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, хаҡлы ялдағыларға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә "Таң" гәзитенә подписка бүләк итә алаһығыҙ.
Тағы ла бер шәп яңылыҡ: "Таң" гәзитенә яҙылып, квитанцияларының күсермәләрен редакцияға тапшырған яҙылыусылар араһында икенсе ярты йыллыҡта ла бүләктәр уйнатабыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ! “Таң” гәзитенә почта бүлексәләрендә 6 айға - 1229,16 һум, редакциянан килеп алыу юлы менән яҙылыу 6 айға - 756 һум, район үҙәгендәге ойошмаларға илтеп биреү юлы менән яҙылыу- 798 һум.
https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1111/ сайты аша электрон версияға яҙылыу - 6 айға – 942 һум.
Яҙылығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ! Район һәм республика яңылыҡтарына хәбәрҙар булығыҙ, дуҫтар!
#Таңгәзите
#Изге_подписка
#Добрая_подписка