Хөрмәтле элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Радио һәм барлыҡ элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!
7 май көнө Рәсәйҙә Радио һәм барлыҡ элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Бөгөнгө тормошто телефон бәйләнеше, радио-телевидение, интернеттан башҡа күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Былар барыһы ла беҙҙең көнкүреште уңайлыраҡ, эштәребеҙҙе һөҙөмтәлерәк итә. Йылдан-йыл технологиялар алға китә. Әммә һәр осраҡта ла иң мөһиме, әлбиттә, был ғәйәт ҙур коммуникациялар селтәрен төҙөгән һәм хеҙмәтләндергән кешеләр. Тап район элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәренең тырыш хеҙмәте районыбыҙҙың иҡтисади үҫешендә, халыҡтың көнкүрешен шарттарын яҡшыртыуҙа мөһим роль уйнай.
Байрам айҡанлы Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем! Райондың элемтә инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән яуаплы хеҙмәтегеҙҙә киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!
Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин