Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышының тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тол ҡатындары!
Һеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығы менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Тиҫтә йылдар үтеп, нисә быуын алмашынһа ла, 9 май – Еңеү көнө һуғыш йылдарында фиҙаҡәрлек һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән күп милләтле халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ, уларҙың хәрби даны һәм батырлығы символы булып ҡаласаҡ. Еңеү көнөндә беҙҙең йөрәктәр тыныслыҡ һәм азатлыҡ яулап алыуҙан ҙур шатлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта ауыр юғалтыуҙар ҡайғыһы кисерә.
Ватаныбыҙ азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған, Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән яугир яҡташтарыбыҙға, тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш балаларына һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа районыбыҙҙы күтәреүгә һәм үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индереүселәргә бөтә йөрәктән рәхмәт әйтәбеҙ.
Бөгөн беҙҙең быуын махсус хәрби операция сиктәрендә нацизмға ҡаршы көрәшә. Яҡташтарыбыҙ алғы һыҙыҡта ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәй, сыҙамлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәтә. Тыуған илебеҙ өсөн ғүмерҙәрен аямаған райондаштарыбыҙҙы онотмайбыҙ, уларҙың батырлыҡтары алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ.
Хөрмәтле райондаштар! Байрам уңайынан барығыҙға ла лә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, изгелек, именлек теләйем! Килер көндәребеҙ аяҙ һәм тыныс булһын! Бөйөк Еңеү көнө менән!
Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин