Бөрйән районы хакимиәте башлығы матбуғатҡа яҙылырға саҡыра 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына яҙылы
2026 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы дауам итә.
Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, йылдағыса, район гәзите "Таң"ға һәм республикабыҙҙың төп баҫмаларының береһе булған “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды.
-Туған телебеҙҙә сыҡҡан, төйәгебеҙҙең социаль-иҡтисади, сәйәси, мәҙәни тормошон, мөһим ваҡиғаларҙы һәм халыҡ мәнфәғәттәрен сағылдырған гәзиттәр һәр йортҡа килергә, уҡылырға лайыҡ, тип һанайым. Был, шулай уҡ, беҙҙең йәмғиәтебеҙҙең үҫешенә, туған телебеҙҙе һаҡлауға индергән өлөшөбөҙ. Барығыҙҙы ла матбуғат баҫмаларына әүҙем яҙылырға саҡырам – яратҡан гәзит-журналдарға яҙылып өлгөрөгөҙ!,
- тип яҙҙы Рәмил Миңлеәхмәт улы социаль селтәрҙәрҙә.