Хөрмәтле райондаштар!
15 май Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә.
Районыбыҙҙа йәшәгән һәр ғаиләне ошо матур, мөһим һәм һәр беребеҙҙе берләштереүсе байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Ғаилә – ул йәшәү мәғәнәһе, йолалар, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр, мәҙәни мираҫ һаҡсыһы һәм, шул уҡ ваҡытта, яңы ҡаҙаныштарға илһамландырыусы сығанаҡ. Туғандарыбыҙ, балаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ – иң мөһиме, улар янында беҙ үҙебеҙҙе бәхетле тоябыҙ.
Бәхетле һәм татыу ғаилә – уңышлы киләсәктең нигеҙе, һәр кешенең тормошонда ышаныслы таяныс.
Районыбыҙ илебеҙҙең лайыҡлы граждандарын тәрбиәләгән, тыуған төйәгебеҙ мәнфәғәтенә намыҫлы хеҙмәт иткән данлы һәм ныҡлы ғаиләләре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Барыһына ла өлгө булып, оҙаҡ йылдар дауамында татыулыҡта, тоғролоҡта бергә ғүмер итеүсе ғаиләләргә ихтирамымды белдерәм. Күп балалы ғаиләләргә һәм тәрбиәгә алынған балалы ғаиләләргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Яңы өйләнешкән парҙарҙы тәбрикләйем!
Байрам уңайынан барлыҡ ғаиләләргә лә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, татыулыҡ һәм уңыштар теләйем! Йорттарығыҙҙа шат балалар тауышы тынмаһын, яҡындарығыҙ ышаныслы терәк булһын, мөхәббәт йылыһы һүрелмәһен!
Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин