Ҡәҙерле сығарылыш класс уҡыусылары, хөрмәтле уҡытыусылар һәм ата-әсәләр!
Һеҙҙе “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы һәм уҡыу йылы тамамланыу менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Бөгөн һәр белем йорто сығарылыш класс уҡыусыларын оло тормош юлына оҙата. Алдағы көндәрҙә улар дәүләт имтихандарын тапшырып, ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты аласаҡ. Унан һуң инде – оло тормошҡа беренсе аҙым, һөнәр һайлау.
Ҡәҙерле сығарылыш класс уҡыусылары! Барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы тапшырып, киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән инегеҙ! Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, үҙегеҙгә дөрөҫ һәм лайыҡлы юл табып, илебеҙ өсөн кәрәкле шәхестәр булып үҫеп етерһегеҙ, тип ышанам. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тәүфиҡ, ныҡышмалылыҡ һәм бәхетле киләсәк теләйем!
Форсаттан файҙаланып, Һеҙҙең өсөн борсолған, терәк булған, еңеүҙәрегеҙгә һәм уңыштарығыҙға ҡыуанған ата-әсәләргә һәм һеҙҙең күңелегеҙгә изгелек орлоҡтары һалған, ныҡлы белем биргән уҡытыусыларға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Түҙемлек, көс-дәрт, ғаилә именлеге һәм һөнәри бейеклектәр теләйем! Аҡ юл һеҙгә, балалар!
Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин.