Радий Хәбиров Башҡортостан мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән ҡотланы.
27 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ләлә-Тюльпан» йәмиғ мәсетендә булды. Республика мәсеттәрендәге кеүек үк, бында ла Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин вәғәз уҡыны. Ул үҙенең сығышын был мөбәрәк байрамдың тарихы һәм йолалары тураһында һөйләүҙән башланы:
«Беҙ ҡорбан салып шатланабыҙ, туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ менән табындар ҡорабыҙ, күршеләргә, мохтаждарға, ярлыларға һәм етемдәргә өләшәбеҙ, сөнки был бөйөк йоланың асылын аңларға теләйбеҙ һәм Уның бойороғона буйһоноп башҡарабыҙ».
Тәлғәт Тажетдин быуаттар дауамында барлыҡҡа килгән Рәсәй халыҡтарының берҙәм һәм татыу ғаиләһе тураһында ла һөйләне:
«Аллаһты һәм Ватанды яратыу, илде күҙ ҡараһылай һаҡлау, уны тышҡы һәм эске янауҙарҙан яҡлау, йәмғиәтте әхлаҡи аҡылһыҙлыҡ, сыуалыштар һәм үҙ-үҙен юҡ итеү упҡынына батырырға маташыуҙарға ҡаршы тороу — был беҙҙең Аллаһы Тәғәлә алдында ла, бер-беребеҙ алдында ла изге бурысыбыҙ. Әлхәмдүлилләһ, Ватан-әсәбеҙ бер, ул берҙәм, гүзәл һәм иркен!».
Республика мосолмандарын байрам менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
«Һеҙҙе изге Ҡорбан байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Әлбиттә, был көндө беҙ балаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ именлеге өсөн Аллаһы Тәғәләгә доғалар уҡыйбыҙ, туғандарыбыҙға ярҙам итәбеҙ. Илебеҙ өсөн ауыр осорҙа доғаларыбыҙ яугирҙарыбыҙға юллана - улар иҫән-һау өйҙәренә әйләнеп ҡайтһын. Барығыҙға ла тыныслыҡ, именлек, бер-берегеҙгә ихтирам теләйем»,
— тине Радий Хәбиров.