Башҡортостанда һауа торошоноң насарайыуы көтөлә Синоптиктар Башҡортостанда һауа торошоноң насарайыуы хаҡында иҫкәртә. Б
Синоптиктар Башҡортостанда һауа торошоноң насарайыуы хаҡында иҫкәртә. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 28 майҙа, республика биләмәһендә ямғыр яуа, айырым райондарҙа йәшен була, көндөҙ урын менән боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, уртаса тиҙлектә, йәшен ваҡытында көсәйеүсән, секундына 15-20 метрға тиклем етәсәк. Көндөҙ температура +15,+20° тәшкил итәсәк.
Йома, 29 майҙа, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, урыны менән йәшен көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан уртаса, көндөҙ айырым урындарҙа көслө иҫеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә +5,+10°, көндөҙ +15,+20°.
Шәмбе, 30 майҙа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, урыны менән йәшен, көньяҡ-көнсығышта ҡойма ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан уртаса, көндөҙ айырым урындарҙа көслө иҫеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә +5,+10°, көндөҙ +15,+20°.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.