📶 Быйыл Башҡортостанда йәнә 51 ауылды юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырасаҡтар Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығы «Һанлы
Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығы «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» федераль проекты сиктәрендә юғары тиҙлекле интернет һәм мобиль бәйләнешкә тоташтырыу өсөн тораҡ пункттарҙы һайлауҙы тамамланы. Ҡарар «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында һәм почта аша 2025 йылда үткән тауыш биреү йомғаҡтары буйынса ҡабул ителде - республика халҡының 65 меңдән ашыуы үҙ тауыштарын бирҙе.
✅ Исемлеккә 25 муниципаль район инде.
🏆 Еңеүсе ауылдар һаны буйынса абсолют лидерҙар:
📍 Хәйбулла районы - 5 тораҡ пункты
📍 Баймаҡ һәм Бөрйән райондары - 4-әр
Шулай уҡ исемлектә — Мишкә, Көйөргәҙе, Борай, Бүздәк, Бөрө, Фёдоровка, Тәтешле, Ишембай, Ейәнсура, Ғафури, Шаран, Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Ҡырмыҫҡалы, Ҡариҙел, Илеш, Йәрмәкәй, Благовещен, Белорет, Баҡалы һәм Асҡын райондарынан ауылдар.
Халыҡты нимә көтә?
🔹 4G (LTE) заманса база станциялары
🔺 «БУЛАТ» (2025 йылда уларҙы маҡсатлы 87 ауылдың 71-енә урынлаштырғандар) үҙебеҙҙең ил ҡорамалдары
🔹 Телемедицинаға, дистанцион белем биреүгә, онлайн-хеҙмәттәргә һәм ауыл бизнесына инеү мөмкинлеге.
УЦН 2.0 программаһы 2021 йылдан алып 100-ҙән алып 1000-гә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттар өсөн ғәмәлдә. Ошо ваҡыт эсендә республиканың 350-нән ашыу бәләкәй ауылы тотороҡло бәйләнеш алды.
👉 2027 йылғы программаға нисек эләгергә?
Тауыш биреү йыл һайын «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында һәм «Рәсәй почтаһы» аша уҙғарыла. Халыҡ ни тиклем әүҙемерәк - шул тиклем юғарыраҡ шанс, һеҙҙең тораҡ пунктты киләһе сиратта тоташтырыу мөмкинлеге.