🔥Еңеүселәр билдәле булды “Мин - сығарылыш класс уҡыусыһы” фотоконкурсында ҡатнашыусылар араһында тауыш биреү тамамлан
“Мин - сығарылыш класс уҡыусыһы” фотоконкурсында ҡатнашыусылар араһында тауыш биреү тамамланды. Һөҙөмтәләр буйынса https://max.ru/tan_gazite/AZ5OdexRNM8
🥇1-се урынға - Илзидә Хөсәйенова (328 тауыш, Мораҙым)
🥈2-се урынға - Камила Хөсәйенова (282 тауыш, Иҫке Собханғол)
🥉3-сө урынға - Гөлбикә Байназарова (184 тауыш, Иҫке Собханғол)
сыҡты.
🌸Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм бүләктәрҙе алыу өсөн редакцияға килеүҙәрен һорайбыҙ.
❤Конкурста ҡатнашыусы барлыҡ сығарылыш класс уҡыусыларына рәхмәт белдерәбеҙ! Киләсәккә ҡорған уй-маҡсаттарығыҙҙың, хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын, бөтә имтихандарҙы ла уңышлы тапшырыуығыҙҙы теләйбеҙ🌸
Конкурстың шарттары буйынса 1-се урынға сыҡҡан Илзидә Хөсәйенова республика буйынса финалда ҡатнашасаҡ. Унда тауыш биреү 3 июндән 23-нә тиклем уҙа. Һылтанмаһын һуңғараҡ хәбәр итербеҙ.
_________________________________________
✅Муниципаль этапта еңеп сыҡҡан ҡыҙҙарға
🎁1-се урынға - 1000 һум, 2-се урынға – 500 һум, 3-сө урынға - "Апрель" магазинына сертификат тапшырыласаҡ.
#Конкурс
#Мин_сығарылыш_класс_уҡыусыһы_2026