🌿 Ағас-ҡыуаҡ ҡалдыҡтарын контейнер майҙансығына ташлаған өсөн штрафтар һалынасаҡ Башҡортостан хөкүмәтендә үткән ҡалды
Башҡортостан хөкүмәтендә үткән ҡалдыҡтар менән эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә властар контейнер майҙансыҡтарына контролде көсәйтергә һәм камералар һәм штрафтар ярҙамында ҡаты-ҡоро (ботак, үҫемлек) сүплектәре менән көрәшергә тәҡдим итте.
Һүҙ халыҡтың япраҡ, сыбыҡ-сабыҡ һәм башҡа баҡса ҡалдыҡтарын ғәҙәти контейнерҙар янына сығарып ташлауы тураһында бара. Был стихиялы сүплектәр барлыҡҡа килеүгә һәм техникаға артыҡ көсөргәнеш тыуыуға килтерә.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса, контейнер майҙансыҡтарында видеокүҙәтеү системаһын киңәйтергә, контейнерҙар һанын арттырырға һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына (ТКО) инмәгән сүп-сарҙы ваҡытында сығарыуҙы яйға һалырға ҡушылды.
2025 йылдың 1 сентябренән сыбыҡ-сабыҡты һәм япраҡты ғәҙәти контейнер майҙансыҡтарына сығарып ташлау рәсми рәүештә тыйыла.
Ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн штрафтар ҡаралған: граждандарға -
3 000 һумға тиклем, ойошмаларға -
250 000 һумға тиклем.