Социаль хеҙмәткәрҙәр һөнәри байрамдарын билдәләне.
8 июндә Өфөлә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында кешеләргә ауыр тормош шарттарында ярҙам итеүсе барлыҡ структураларҙың ҙур һәм дуҫ ғаиләһе тантаналы сараға йыйылды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыйылышта ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, был миссияның һөнәри белем генә түгел, ә иң элек кешелеклелек, яуаплылыҡ һәм кешеләргә ярҙам итергә әҙер булыуҙы талап итеүен билдәләне.
Күп йыллыҡ хеҙмәте менән үҙенең тоғролоғон һәм һөнәри оҫталығын иҫбатлағандар төрлө наградаларға лайыҡ булдылар. Улар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ ҙа бар.
Көнсығыш район-ара «Ғаилә» үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһының Бөрйән районы буйынса ғаилә хеҙмәтенең мәҙәни ойоштороусыһы Инзирә Ишморатова "2026 йылда Бөтә Рәсәй социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендәге һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабында
"Балалы ғаиләләргә, шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә комплекслы ярҙам итеүҙең иң яҡшы практикаһы" номинацияһында 1-се урын дипломы менән бүләкләнде.
-Һеҙгә, хеҙмәттәштәр, был ябай ғына, ләкин бер үк ваҡытта иң ауыр эш - кешеләргә хеҙмәт итеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙ эшләгән бөтә нәмә - сәләмәтлек, бәхет һәм именлек булып кире әйләнеп ҡайтһын,
- тип, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.