Пост канала «"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм» от 29.05.2026
Яугир 2024 йылда һәләк була, үлгәндән һуң Батырлыҡ Ордены менән бүләкләнә.
“Бер блокнот тарихы” китабының авторы — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лилиә Шафиҡова. Баҫма нигеҙендә — геройҙың шәхси яҙмалары, туғандарының һәм коллегаларының хәтирәләре. “Эдуард бала сағынан уҡ спорт яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынды”, – ти яугирҙең ата-әсәһе Дамир һәм Резеда Хизбуллиндар.
Сара “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе барышында Милли китапханала булды.