Бөгөн Рәсәй фин-уғыр халыҡтары берләшмәһе ултырышы үтә.
Киңәйтелгән күсмә йыйылыш Тәтешле һәм Мишкә райондарында була. Делегация Яңы Тәтешле ауылында удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге һ…
Читать далее →
Коллегабыҙ, журналист, продюсер, үҙенсәлекле һәм сағыу телепроекттар авторы, "Ҡурай" телеканалы етәксеһе Рита Өмөтбаева "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән…
Читать далее →
Ҡаһарман яугир иҫтәлегенә: Бөрйән районында хәрби-тарихи музей асылды.
Ҡаһарман яугир иҫтәлегенә: Бөрйән районында хәрби-тарихи музей асылды.
Ул райондың Кейекбай ауылында урынлашҡан. Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған гвардия сержанты Айрат Ҡарабаев исемен йөрөтә. Музейҙы уның ата-әсәһе Нәсимә һәм Шакир Ҡарабаевтар асҡан. "Айрат бала сағынан әүҙем тормош алып барған, балыҡ тоторға яратҡан, спорт менән шөғөлләнгән. Экспозицияла һалдаттың хәрби кейеме, документтары һәм шәхси әйберҙәре урын алған.
“Улыбыҙ ҡаһарман булды. Уның менән ғорурланабыҙ”, - ти Нәсимә һәм Шакир Ҡарабаевтар.
Гвардия сержанты Айрат Ҡарабаев Ҡаһарманлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары кавалеры. Быйыл Бөрйән районында уның иҫтәлегенә арналған бильярд турниры үтте. Иҫке Собханғол мәктәбенең Кейекбай филиалында яугирға бағышланған Герой партаһы булдырылған.
Азат Йыһаншинды Татарстан ҙурланы.
Өфө "Нур" татар дәүләт театрының баш режиссёры, сығышы менән Баймаҡ егете Азат Йыһаншинға "Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре" тигән маҡта…
Читать далее →
Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырылды.
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Опека һәм попечителлек органы хеҙмәткәрҙәре көнөн булдырыу тураһында закон ҡабул итте. …
Читать далее →