Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһына билдәле хирург Венер Сәхәүетдинов исеме бирелде.
Шулай уҡ медицина учреждениеһында музей асылды. Унда Венер Ғәзиз улының фәнни ҡаҙаныштары, санитар авиация һәм мобиль медицина тикшеренеүҙәре һәм башҡа хеҙмәттәре урын алған.
Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Венер Сәхәүетдинов һаулыҡ һаҡлауға тос өлөш индерә. Хирург меңдән ашыу операция үткәрә, биш йөҙҙән ашыу фәнни хеҙмәт яҙа, 8 фән докторы һәм 40 фән кандидаты әҙерләй. Уның етәкселегендә 21-се дауаханала хирургия хеҙмәтенә нигеҙ һалына.