☀️ Башҡортостанда һабантуйҙар башлана.
Тәүгеләрҙән булып һабан байрамын бөгөн Ғафури, Йылайыр, Ҡалтасы һәм Күгәрсен райондары халҡы үткәрә.
✨Ял көндәрендә республиканың 30-ҙан ашыу ҡала һәм районында йәрминкәләр үтә.
🚑 Бөгөн Өфөлә “Сәләмәт баласаҡ биләмәһе” тигән сара уҙа.
🥊Бөгөн Башҡортостанда геройҙар ярыша.
Чемпионат “Патриот” паркы биләмәһендә үтә.
💚Бөгөн Өфөлә “Йәшел марафон” була. Хәйриә сараһы Ағиҙел буйында уҙғарыла.
🏃♀️Бөгөн Стәрлетамаҡта “Мең велосипедсы көнө” уҙғарыла. Унда ҡатнашыусылар ҡаланың үҙәк урамдарынан үтә.