Депутат менән осрашыу Бөгөн районға эш сәфәре менән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров килде. Ул район хаки
Бөгөн районға эш сәфәре менән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров килде. Ул район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, МХО яугиры Илгиз Солтанморатов менән берлектә Тимер ауылында Еңеү көнөнә арналған байрам сараларында ҡатнашты. Ҡаһарман яу ҡорбандары иҫтәлегенә һәйкәлгә сәскә һалғандан һуң, Зариф Зәкир улы райондаштарыбыҙ Хәсән Аллабирҙин, Әмир Алтынбаев, Рәйлә Аллабирҙина, Гөлназ Баймырҙина, Рәйлә Абдуллинаға “Ватан һаҡсыһы тәрбиәләп үҫтергәне өсөн” миҙалын тапшырҙы. Артабан ҡунаҡтар мәктәп алдындағы “Хәтер баҡсаһы”на ағас ултыртыуҙа ҡатнашты, мәктәп коллективы, уҡыусылары әҙерләгән концерт номерҙарын ҡарап, һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте.
Зариф Зәкир улы менән ауыл мәҙәниәт йортонда “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Бөрйән районы буйынса социаль координаторы Мәүсилә Ямғурсина махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн «Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡханаһы» проекты сиктәрендә түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Түңәрәк өҫтәл артында йыйылыу МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре даими нигеҙҙә иғтибар һәм ярҙам тойһон өсөн һәм ветерандарҙы, ата-әсәләрҙе үҙ-ара яҡынайтырға мөмкинлек биргән сара булараҡ республикала ҙур ихтыяж менән файҙалана. Яугирҙарыбыҙҙың яҡындары Мәүсилә Нурғәле ҡыҙынан үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуаптар алды, ваҡытында тейешле ярҙам күрһәткәне өсөн уға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
Беҙҙе уҡығыҙ:
МАХ / ВКонтакте