Депутат район активы менән осрашты.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эш сәфәре барышында Бөрйән районы активы менән осрашты. Зариф Зәкир улы яңы закондар сығарыу инициативалары һәм ҡабул ителгән закондар тураһында һөйләне һәм төрлө наградалар тапшырҙы.
Урындағы үҙидараны үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Кейекбай ауыл хакимиәте башлығы Азамат Алтыншин Зариф Зәкир улының исемле сәғәте менән бүләкләнде.
“Хәйбуллин крәҫтиән-фермер хужалығы” етәксеһе, район Советы депутаты Фирғәт Хәйбуллин һәм “Бөрйән урмансылығы” дәүләт автоном учреждениеһы етәксеһе Рәзиф Арыҫланғужин әүҙем гражданлыҡ позициялары, йәмәғәт эшмәкәрлеге, махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына күрһәткән гуманитар ярҙамдары өсөн Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнделәр.
Зариф Байғусҡаров ике күп балалы ғаиләгә 2026 йылдың 2-се ярты йыллығына «Берҙәм Рәсәй» гәзитенә подписка бүләк итте.
Сараның икенсе өлөшөндә Бөрйән районының “Ирҙәр ҡоро” ойошмаһы ағзалары менән атай тәрбиәһе, атайҙарҙың ир баланы тәрбиәләүҙәге роле, “Ирҙәр ҡоро” төбәк ойошмаһы үткәргән саралар һәм башҡа темаларға һөйләшеү, фекер алышыуҙар булды.
Беҙҙе уҡығыҙ:
МАХ / ВКонтакте