Бөгөн район мәҙәниәт һарайында халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған “Йәшәү йәме - ғаиләлә” исемле байрам сараһы үтте.
Сарала 50 йыл бергә татыу ғүмер кисергән парҙар - Иҫке Собханғолдан Ғәле һәм Айһылыу Әхмәтовтар, Әхмәт һәм Таңһылыу Кәбировтар, Рафиҡ һәм Ғәлимә Рәхмәтуллиндар, Салауат һәм Сәкинә Сәғитовтар, Рәис һәм Сәлимә Яхиндар, Ағиҙел ҡасабаһынан Марат һәм Шәүрә Сәлиховтар, Әбделмәмбәттән Рафаил һәм Һәҙиә Фәтхуллиндар, Яңы Усмандан Рәил һәм Гөлсирә Бикбулатовтар тәбрикләнде.
Матур ғаилә байрамына оҙаҡ йылдар ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын хәстәрләүсе Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Бөрйән районының почетлы гражданины, милләт әсәһе, һәр ғаиләгә тигәндәй шатлыҡ өләшеүсе районыбыҙҙың кендек инәһе, ошо көндәрҙә үҙенең 85 йәшлек оло юбилейын билдәләгән Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы Ҡолдәүләтова ла саҡырылды.
Беҙҙе уҡығыҙ:
МАХ / ВКонтакте