Изгелек акцияһына старт бирелде 2026 йылдың икенсе яртыһына матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы дауам итә. Был осорҙ
2026 йылдың икенсе яртыһына матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы дауам итә. Был осорҙа "Таң" гәзитенең тиражын һаҡлап ҡалыу йәһәтенән төрлө акциялар үтә.
Бөгөн район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин "Таң" менән изгелек ҡыл!" акцияһына старт бирҙе. Ул районыбыҙҙың хөрмәтле ағинәйе - Ҡолдәүләтова Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙына икенсе ярты йыллыҡҡа "Таң" гәзитенә подписка бүләк итте.
-Изгелек акцияһы сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен, күп балалы ғаиләләрҙе, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе, оло йәштәге кешеләрҙе, ветерандарҙы, йә булмаһа, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙҙы гәзиткә яҙҙырып, “Таң”ды уҡыу мөмкинлеге бүләк итә алаһығыҙ,
- тип, райондаштарҙы ла изге акцияға ҡушылырға саҡырҙы Рәмил Миңлеәхмәт улы.
“Таң" менән изгелек ҡыл” эстафетаһын ул үҙенең беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Айнур Ҡотошовҡа тапшырҙы.
#Таңгәзите
#Изге_подписка
#Добрая_подписка