«Һаулыҡ диктанты» Бөтә Рәсәй акцияһы - 2026 Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса
Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт «Һаулыҡ диктанты» Бөтә Рәсәй махсус проектын башлап ебәрә. Инициатива «Илдең санитария ҡалҡаны – һаулыҡ өсөн хәүефһеҙлек» федераль проектының «Санитария мәғрифәте» коммуникация стратегияһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Проект халыҡтың ауырыуҙарҙы иҫкәртеү тураһындағы белем кимәлен күтәреүгә һәм һаулыҡты һаҡлау өсөн кәрәкле нигеҙле күнекмәләрҙе формалаштырыуға йүнәлтелгән.
📎 «Һаулыҡ диктанты»нда 7 йәштән өлкәндәр ҡатнаша ала.
«Һаулыҡ диктанты» — белемеңде тикшереү генә түгел, ә файҙалы мәғлүмәт алыу, сәләмәт ғәҙәттәр булдырыу һәм тормош сифатын яҡшыртыу мөмкинлеге.
📎 Программа өс этаптан тора, уларҙың һәр береһе сәләмәт йәшәү рәүешенең мөһим аспекттарына арналған.
Диктанттың икенсе модуле «Хәрәкәт - тормош. Дөрөҫ туҡланабыҙ» 2026 йылдың 4 майынан 22 майына тиклем уҙғарыла һәм физик әүҙемлек, күнекмәләрҙең хәүефһеҙлеге, йәрәхәттәрҙе иҫкәртеү, дөрөҫ туҡланыу, этикетка, аҙыҡ-түлектең хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә арналған. Һеҙ беләсәкһегеҙ: Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы нормалары буйынса көнөнә күпме ваҡыт хәрәкәт итергә кәрәк; ни өсөн йылыныу күнекмәһе йәрәхәттәрҙән һаҡлай; ни өсөн тергеҙеү үҙе үк күнекмәләр кеүек мөһим; балаларҙа нисек хәрәкәткә һөйөү тәрбиәләү.
Диктант акциянең рәсми порталында https://xn----7sbbigkqq2acllnkfgck.xn--p1ai/ уҙғарыла.
Тест тамамланғандан һуң шунда уҡ ҡатнашыусы үҙенең һөҙөмтәләре менән таныша, эксперттар аңлатмаһын ала һәм шәхси сертификатҡа эйә була.