«Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә 2027 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт билә…
2019 йылдан алып милли проект сиктәрендә Иҫке Собханғол ауылында байтаҡ объекттар төҙөкләндерелде:
- Ағиҙел яры буйында күҙәтеү майҙансыҡтары,
- Күҙәмбәт яланында сәхнә һәм трибуна,
- Баҙал биҫтәһендә йәйәүлеләр өсөн зона,
- “Ҡайынтүш” һәм “Баҙал” парктары,
- Совхоз урамында күп функциялы спорт майҙансығы,
- «Фурҡан» ял итеү зонаһы.
Быйыл тауыш биреүгә беҙҙең райондан 3 объект тәҡдим ителде:
1. Иҫке Собханғол ауылының Ленин урамындағы йәмәғәт киңлеге;
2. Иҫке Собханғол ауылының Баҙал микрорайонындағы Мәсем урамындағы йәмәғәт киңлеге;
3. Байназар ауылының Салауат урамындағы йәмәғәт киңлеге.
Тауыш биреү "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында pos.gosuslugi.ru/lkp/fkgs/?... бара. 14 йәштән өлкәндәр тауыш бирә ала. Тауышты бер генә обьектҡа бирергә мөмкин. Халыҡ иң күп тауыш биргән объект 2027 йылда төҙөкләндерәсәк.