"Дауаланыуға тиҙ арала аҡса кәрәк": оло кеше мутлашыусыларға 100 мең һум аҡсаһын биргән.
Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе 89 йәшлек ҡатынға алдаусылар шылтыратҡан. Енәйәтселәр уның ейәнсәренең тауышын оҡшатып, уның юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеүе һәм ашығыс рәүештә аҡса кәрәклеге тураһында хәбәр иткән.
Артабан «тикшереүсе» исеменән икенсе шылтыратыу булған. Ул әбейҙе бәйләнештә тотҡан, ә ишек төбөнә курьер килгән. Ул дауахана өсөн әйберҙәр һәм аҡса (яҡынса 100 мең һум) һалынған сумканы алып киткән. Аҡсаны тапшырғас ҡына, ҡайғылы ҡатын туғандарына шылтыратҡан.
Зыян күреүсе әйтеүенсә, элек ундай алдашыуҙар тураһында белһә лә, трубкала илаған тауышты ишеткәс, юғалып ҡалған.
Хөрмәтле граждандар! Иғтибарлы булығыҙ!
Аферистар яңы ла, иҫке алдау ысулдарын да ҡуллана. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлеге өлкән йәштәге туғандарығыҙ менән бындай хәлдәр тураһында йыш һөйләшергә саҡыра.
Һуңғы ваҡытта курьерҙар ҡатнашлығындағы мутлашыуҙар йышайған. Шулай уҡ транспортта йөрөтөү һәм курьер хеҙмәттәре күрһәтеү менән шөғөлләнеүселәргә айырым мөрәжәғәт итәбеҙ! Факттар күрһәтеүенсә, аферистар курьер ролендә йыш ҡына таксистарҙы файҙалана. Такси водителдәре, хәлдең асылын белә тороп та, аҡса ташыу өсөн бүләк алыу осраҡтары бар.
Белегеҙ: әгәр һеҙгә оло йәштәге кешеләрҙән посылка алып, һуңынан аҡсаны күсерергә тигән заявка килһә, енәйәттәш булып китеүегеҙ ихтимал. Бының өсөн закон алдында яуап бирергә тура киләсәк. Бындай осраҡта кисекмәҫтән полицияның дежур бүлегенә шылтыратып, шикле заказ тураһында хәбәр итегеҙ.