«РобоҺабантуй‑2026» асыҡ робототехника фестиваленә рәхим итегеҙ!
Әбделмәмбәт мәктәбе технологиялар тәбиғәт һәм йолалар менән осрашҡан үҙенсәлекле ваҡиғаға - «РобоҺабантуй‑2026» асыҡ робототехника фестиваленә саҡыра.
✅ Ҡасан: 2026 йылдың 6–7 июне.
✅ Ҡайҙа: Бөрйән районы, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы биләмәһе, Морат-Туғай ерлеге.
✅ Ойоштороусылар:
Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе;
«ТИМЕРБАТЫР» робототехника студияһы;
«Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығы.
✅ Фестивалдең партнёры: «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы.
✅ Сараның маҡсаттары:
⚡️ заманса белем биреү технологиялары булараҡ робототехниканы популярлаштырыу һәм үҫтереү;
⚡️ үҙ эштәренең презентацияһын яһау күнекмәләрен формалаштырыу;
⚡️ робототехника һәм IT өлкәһендә һөнәри йүнәлеш биреү;
⚡️робототехника ижады өлкәһендә һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү;
⚡️ Бөрйән районында ваҡиғалы туризмды үҫтереү.
✅ Фестиваль йүнәлештәре
Ҡатнашыусыларҙы көсөргәнешле ярыштар көтә:
🔹«Робокөрәш» (автономлы роботтар, бурыс — дошманын арҡаһына йәки ҡабырғаһына әйләндереп түңкәреү);
🔹«Роботтарҙың ҡатмарлы ерлектәге сабыштары» (идара ителгән роботтар, ер өҫтө буйлап хәрәкәт);
🔹«Арҡан тартышыу» (автономлы роботтар);
🔹 «Сүлмәк ватыу» (автономлы роботтар);
🔹Дрондар ярышы;
🔹«Ҡурсаулыҡтар хеҙмәтендә роботтар» ижади проекттар конкурсы.
📌Үҙегеҙҙе күрһәтергә, фекерҙәштәрегеҙ менән танышырға һәм Башҡортостандың гүзәл мөйөшөндә онотолмаҫлыҡ ике көн үткәреү форсатын ысҡындырмағыҙ!
«РобоҺабантуй‑2026»: унда роботтар еңергә өйрәнә, ә кешеләр илһамлана!
✅ Ҡатнашыу шарттары һәм фестивалдең программаһы менән Әбделмәмбәт урта мәктәбе төркөмөндә танышырға мөмкин.