Уңыш тырыштарға йылмая Эшҡыуар, тиһәң, етеш йәшәгән, бизнесы гөрләп сәскә атҡан, ҡыйбатлы автомобилдәрҙә генә елдергән “
Эшҡыуар, тиһәң, етеш йәшәгән, бизнесы гөрләп сәскә атҡан, ҡыйбатлы автомобилдәрҙә генә елдергән “текә” ир-егет йә ханым күҙ алдына баҫа. Тик ошо зиннәтле тормош артында күпме тырышлыҡ, хеҙмәт ятыуын был тынғыһыҙ эш кешеләре үҙҙәре генә белә. Райондашыбыҙ, уңышлы эшҡыуар Айнур Дәүләтбаев үҙ эшен алға ебәреү өсөн 7 йыл дауамында алһыҙ-ялһыҙ тир түгә.
Айнур Дәүләтбаев – Ағиҙел ҡасабаһы егете. Бөгөнгө көндә ул Ябаҡта урынлашҡан туристик базаһында туристар ҡабул итә. Матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан турбазаның тәүге йортон да үҙ ҡулдары менән һала эшҡыуар. https://tanburz.ru/articles/y-nsellek/2026-06-03/u-ysh-tyryshtar-a-yylmaya-4708795
Эшҡыуарҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәткән, башланғыстарҙы күтәреп алған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында кәңәшмәләр ҙур роль уйнай. Уҙған йылда ошо форматта 3 200-гә яҡын кәңәшмә уҙһа, уларҙа 227,5 миллиард һумға 4 меңдән ашыу проект ҡаралды.
Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәренең мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылда төбәк биләмәһендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре» сиктәрендә ҡаралған 859 проект тормошҡа ашырылған, 1,8 меңгә яҡын яңы эш урыны булдырылған, инвестицияларҙың дөйөм күләме 5,3 миллиард һумдан ашыу.