«Ҡанаттар» проекты Рима Баталова премияһында еңеү яуланы
«Ҡанаттар» тапшырыуы, уның авторы Сәриә Рамазанова легендар спортсы Рима Баталованың абруйлы «Милләт йәшлеге» премияһында «Асыҡ ҡараш» номинацияһында еңеү яуланы.
"Был награда тапшырыуҙы биҙәгән тауыш режиссеры Гөлйемеш Баязитова һәм проектта ҡатнашҡан һәр геройҙың уртаҡ еңеүе", - ти Сәриә Рамазанова.
2014 йылдан бирле уҙғарылып килгән был премия сараһы 13 тапҡыр Паралимпия чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» фонды ойоштора.
Быйыл еңеүселәр 8 номинацияла билдәләнде.
🔹 «Йылдың алға китеше»
🔹 «Сикһеҙ спорт»
🔹 «Паралимпия спорты өмөтө»
🔹 «Еңеү сере»
🔹 «Чемпион тәрбиәләү»
🔹 «Йөрәк саҡырыуы буйынса»
🔹 «Асыҡ ҡараш»
Быйыл беренсе тапҡыр «Беҙҙең заман геройҙары» номинацияһы булдырылды. Унда махсус хәрби операциянан ҡайтып, спортта үҙҙәрен тапҡан яугирҙар билдәләнде.
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да ижади үрҙәр теләйбеҙ. Күңел ҡанаттарығыҙ ныҡ булһын!